10:40 (UTC+5), 12 Август 2025

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата?

Станислав Шахов

Башҡортостанда йәшәүселәр Дәүләт хеҙмәттәрендә үҙҙәре тураһында мәғлүмәттәрҙе берҙәм хәрби иҫәп реестрына индереү тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был хәбәрҙәр нимәне аңлата һәм уларға нисек яуап бирергә? Быны эксперт-адвокат Роман Петров менән бергәләп асыҡлайбыҙ.

Был ниндәй реестр?

Быйылдан Рәсәйҙә хәрби иҫәпкә алыуҙың электрон реестры эшләй башланы. Был автоматик рәүештә хәрби бурыслылар тураһында мәғлүмәт йыйған, уларҙы иҫәпкә ҡуйған һәм граждандар тураһында мәғлүмәттәрҙе актуалләштергән мәғлүмәттәр базаһы. Хәрби бурыслы рәсәйҙәрҙең электрон базаһына Рәсәйҙең Оборона министрлығы ғына инергә мөмкин.

Әгәр резервсыларҙы ашығыс рәүештә хәрби комиссариатҡа саҡырырға кәрәк булһа (мобилизация ғына түгел, резервсыларҙы даими рәүештә сборҙарға һәм медицина тикшереүҙәренә йыялар), был заманса технологиялар ярҙамында – Дәүләт хеҙмәттәре аша башҡарыла.

Был белдереү миңә повестка килде тигәнде аңлатамы?

Юҡ, был повестка түгел! Хәрби иҫәптә запаста торған граждандарға элек хәрби бурысы булғандар тураһында мәғлүмәт яҙма рәүештә һаҡланған, ә хәҙер электрон форматта була, уларҙың мәғлүмәттәрен хәрби комиссариаттар базаһына күсергәндәр, тигән хәбәр килә. Йәғни Ватан ир-егеттәрҙе: «Хөрмәтле дуҫым, үҙеңдең хәрби бурыслы булыуыңды онотма!» – тип иҫкәртә.

Әгәр шундай белдереү алһаң, нимә эшләргә?

Бер ни ҙә эшләргә кәрәкмәй. Был саҡырыу ҙа, ғәмәлдәр өсөн нигеҙ ҙә түгел. Хәбәр бары тик мәғлүмәт характерында һәм һеҙҙе бер нәмәгә лә мәжбүр итмәй. Ҡыҙыҡһыныу өсөн һылтанмалар аша үтеп, үҙ мәғлүмәттәрегеҙҙе тикшерә алаһығыҙ.

Белдереүҙе повестканан нисек айырырға?

Электрон повестка ҡағыҙ повестка кеүек үк күренә, шулай уҡ документтың дөрөҫлөгөн раҫлау өсөн кәрәкле һанлы ҡултамға бар. Электрон повесткала түбәндәге мәғлүмәттәр күрһәтелә:

- хәрби хеҙмәткә саҡырылыусының исеме һәм фамилияһы;

- йәшәгән урыны;

- килеү датаһы һәм ваҡыты;

- саҡырыу сәбәбе;

- хәрби комиссариаттың адресы.

Әгәр повестканы иғтибарһыҙ ҡалдырһаң, нимә була?

Әгәр повестка тураһында белдереүҙе «онотһаң» йәки уҡымаһаң, ете көндән һуң ул тапшырылған тип иҫәпләнә. Шунан һуң хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыға Дәүләт хеҙмәттәрендә күрһәтелгән телефон аша шылтыраталар, прописка адресына хәрби комиссариат хеҙмәткәрен ебәрәләр, әгәр уны тапмаһалар йәки ҡасып йөрөгәнен асыҡлаһалар, административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөйҙәр. Әгәр гражданин был осраҡта ла ни өсөн килмәүенең сәбәбен аңлатмаһа, суд штраф һәм сикләүҙәр тураһында ҡарар ҡабул итергә мөмкин. Шуны ла белеү мөһим: суд ҡарары хәрби комиссариатҡа килеү бурысын юҡҡа сығармай!

https://www.bashinform.ru/cards/2025-08-12/zhiteli-bashkirii-poluchayut-uvedomleniya-o-voinskom-uchete-chto-eto-znachit-4346072

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика