11:17 (UTC+5), 12 Августа 2025

Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған

Фото: Марат Йосопов, Вк
Ләйсән Закирова

Благовар районында Бөйөк Ватан һуғышы Ветераны Николай Ключников вафат булған. Уға 99 йәш ине. Ҡайғылы хәбәрҙе район хакимиәте башлығы Марат Йосопов еткерҙе. 

Мирный ауылынан Николай Илларионович Ключниковҡа йәшләй генә һуғыш афәтен татырға тура килә. Ул 17 йәшендә, 1943 йылдың 11 ноябрендә фронтҡа алына. Өс тапҡыр яраланғандан һуң фронтовик 1945 йылдың июль аҙағында ғына икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Германияны еңгән өсөн» һәм башҡа миҙалдары менән икенсе төркөм инвалиды булып ҡайта.

Әммә, инвалид булыуына ҡарамаҫтан, бер аҙнанан колхоз рәйесе уны эшкә саҡырырға килә. Ошо көндән алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Николай Илларионович төрлө яуаплы вазифаларҙа намыҫлы эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-12/v-bashkirii-ushyol-iz-zhizni-99-letniy-veteran-velikoy-otechestvennoy-voyny-4346602

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика