Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы булдырылды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һуңғы ултырышында депутаттар законға төҙәтмәләр индерҙе. Хәҙер ишле ғаиләләр балаларын университет ҡарамағындағы колледждарҙа түләп уҡытҡан өсөн компенсация алырға хоҡуҡлы.
Республика парламенты спикеры һүҙҙәренсә, быға тиклем ата-әсәләрҙең үҙаллы техникумдарҙа һәм колледждарҙа ғына сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялау мөмкинлеге бар ине. Ғаилә йылына бер бала өсөн 30 мең һумға яҡын аҡсаны кире ҡайтара ала.
Яңы сара юғары уҡыу йорттары ҡарамағындағы колледждарҙа урта махсус белем алған студенттарға ла сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтарыу хоҡуғын бирә. Республикала бөтәһе 620 ошондай студент бар. Бынан тыш, улар 2024/25 уҡыу йылы өсөн дә компенсация алырға мөмкин.
Компенсация өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләргә генә түгел, ә 23 йәшкәсә студент балалары булғандарға ла ҡағыла. Никахта торған йәки тулыһынса дәүләт тәьминәтендә булған балалар ғына был хоҡуҡтан файҙалана алмай.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.