

«Бәлешфест-2025» милли аш-һыу фестиваленең символы – 250 килограмм ауырлыҡтағы ҙур итле бәлеш. Тәмле ризыҡты Ҡаран ауыл советы хужабикәләре махсус сығарылған мейестә диаметры ике метрлыҡ табала бешергән.
Республика мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, иң беренсе булып бәлеште махсус хәрби операция геройҙары һәм уларҙың ғаилә ағзалары тәмләп ҡараны.
«Бәлешфест» фестивале – дуҫлыҡ, милли йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр аша халыҡтарҙың берләшеү байрамы. Нейроселтәрҙәр баһаһы буйынса Рәсәйҙә бер йылда ғына тиҫтәләрсә мең тонна ошо милли ризыҡ бешерелә. Был бер үк ваҡытта 250 миллионға яҡын кешене һыйларға етер ине. Ошо һан милли продукттың ни тиклем популяр булыуын күрһәтә», — тип билдәләне Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының бүлек етәксеһе Александр Десяткин.
Байрамға килгән ҡунаҡтар милли йолалар мөхитенә сумды, халыҡ уйындарында ҡатнашты, халыҡ оҫталары күргәҙмәләре һәм ғаилә өсөн тематик майҙансыҡтар менән танышты, шулай уҡ башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр башҡарыусылары концертын ҡараны.
Фестивалде Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бүздәк районы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы ойошторҙо.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.