12:06 (UTC+5), 06 Августа 2025

Радий Хәбиров республикалағы «Беренселәр хәрәкәте» активистары менән осрашты

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн, 6 августа, Өфөлә Радий Хәбиров Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә «Беренселәр хәрәкәте» менән үҙ-ара эш итеү буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Координация советы ултырышын үткәрҙе. Ойошманың девизы: «Рәсәй менән бергә булыу, хәрәкәттә булыу, беренсе булыу».

Бөгөн республика властары алдында ике төп бурыс тора, тип билдәләне ул.

«Заманалар еңел түгел, беҙ дуҫтарса мөнәсәбәттә булмаған Көнбайышҡа ҡаршы яңғыҙ көрәшәбеҙ. Шуға күрә МХО-ға, яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам – тәү сираттағы бурысыбыҙ. Икенсе бурыс – республика үҫешен тәьмин итеү, торлаҡ, юлдар, поликлиникалар, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары һәм башҡа объекттар төҙөү. Һеҙ иһә яҡшы уҡырға бурыслы, һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш. Республикала «Беренселәр хәрәкәте» 2023 йылдың февралендә генә ойошторолһа ла, 300 меңдән ашыу йәштәрҙе берләштерә», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Өфөлә вуз-ара студенттар кампусының икенсе сираты төҙөлә. Уны 2027 йылдың аҙағында тапшырырға планлаштыралар. Беренсе сират эшләй, унда ғилми лабораториялар һәм студент коворкингтары урынлашҡан.

Рәсәйҙең «Беренселәр хәрәкәте» балалар һәм йәштәр хәрәкәте идараһы рәйесе урынбаҫары Ксения Янова видеоконференция режимында Башҡортостандың өс йыл рәттән тапшырылған ғаризалар һәм еңеүселәр буйынса «Беренселәр хәрәкәте» грант конкурсында алдынғы урындарҙы яулауы хаҡында һөйләне. Быйыл иһә 53 миллион һумдан ашыу аҡса отҡан 40 еңеүсе. Уның һүҙҙәренсә, 3600-ҙән ашыу ҡатнашыусы проекттарҙың һәм конкурстарҙың федераль этаптарына үтһә, уларҙың 87-һе - еңеүсе.

Башҡортостан шулай уҡ йыл һайын «Беренселәр хәрәкәте» флагман проекттарының федераль этаптарын ҡабул итә. Мәҫәлән, 2024 йылдың аҙағында «Высота» чемпионаты үткәрелде (200 команда, илдең 54 төбәгенән 800 ҡатнашыусы), республикабыҙҙан «Лига Креативити» командаһы проект еңеүселәре иҫәбенә инде.

Башҡортостанда 315 меңдән ашыу кеше «Беренселәр хәрәкәте» активистары һәм остаздары булып тора.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-06/radiy-habirov-poobschalsya-s-aktivistami-dvizhenie-pervyh-v-bashkirii-4340131

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика