

Бөгөн, 1 августа, Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының эске эштәр органдары өсөн белгестәр әҙерләп сығарыуға арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Республика етәксеһе юғары уҡыу йорто тыңлаусыларын, уҡытыусыларын һәм ветерандарын 51-се сығарылыш менән ҡотланы.
«Һеҙҙең институт бөгөн компетентлы хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен әҙерләүҙең бай традицияларын лайыҡлы дауам итә. Институтты тамамлаусыларҙың һөнәри оҫталығы тотош илдә юғары баһалана.
Ошо йылдарҙа юғары уҡыу йортонда 25 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән, улар йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса еңел булмаған эште намыҫлы башҡара. Быйыл уҡыу йортон 170 йәш офицер тамамланы. Уларҙың 117-һе республикабыҙҙа ҡала, 53-ө Рәсәйҙең 11 төбәгенә эшкә йүнәлтелә.
Әлеге ваҡытта институт тәрбиләнеүселәренең күбеһе махсус хәрби операцияла ҡатнаша, улар, ҡулдарына ҡорал тотоп, Тыуған илебеҙҙе һаҡлай. Беҙ уларҙың һәр береһе менән ғорурланабыҙ һәм еңеү менән ҡайтыуҙарын көтәбеҙ!
Хөрмәтле институт тамамлаусылар!
Һеҙҙең алда законды һәм хоҡуҡ тәртибен ышаныслы һаҡлауҙы тәьмин итеү бурысы тора. Һөнәри бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәрһегеҙ тип ышанам.
Йәнә бер тапҡыр институтты тамамлауығыҙ менән ҡотлайым! Рәсәй хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тигән юғары исемде хөрмәт менән йөрөтөүегеҙҙе теләйем!
Аҡ юл һеҙгә, иптәш офицерҙар! Илебеҙ мәнфәғәте өсөн хеҙмәтегеҙҙә уңыштар», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының уҡыу бүлеге начальнигы Елена Кулешҡа Башҡортостандың Маҡтау грамотаһын, шулай уҡ уҡыу йортон тик яҡшы билдәләренә тамамлаған ете белгескә вузды тамамлау тураһында дипломдар тапшырҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.