Башҡортостанда йәйҙең икенсе айының аҙағы ямғырлы була, тип фаразлай Башгидромет синоптиктары.
Бөгөн, 28 июлдә, ямғыр, көнсығыш райондарҙа көслө ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан. Көндөҙ һауа +18, +23°йылына.
29 июлдә, шишәмбе, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә термометр бағанаһы +10, + 15° күрһәтә. Көндөҙ +20, +25°.
Шаршамбы, 30 июлдә, көн ямғырлы була. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә +12, +17°, көндөҙ иһә +21, +26°.