07:16 (UTC+5), 25 Июль 2025

Башҡортостанда «Атай ҡаһарманлығы» конкурсына ғаризалар 20 авгусҡа тиклем ҡабул ителә

Башҡортостанда атайҙарҙы VI «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсында ҡатнашырға саҡыралар.

Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙең күп булыуына бәйле 24 июлдә Йәмәғәт палатаһы Советы ултырышында конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү ваҡытын 2025 йылдың 20 авгусына тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Хәбәр ителеүенсә, әлеге ваҡытта конкурс комиссияһына 170 ғариза килгән. Бүләкләү тантанаһы ағымдағы йылдың октябрендә була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс тураһында положениела конкурс ғаризаларын баһалауҙың 3 критерийы билдәләнгән: конкурста ҡатнашыусының балалар тәрбиәләүгә; йәмәғәт, ирекмәнлек эшмәкәрлегенә; ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүгә индергән өлөшө.

Конкурста ҡатнашыусыларға анкета-ғариза тултырырға кәрәк. Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ бында белергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-25/v-bashkirii-zayavki-na-konkurs-ottsovskaya-doblest-prinimayutsya-do-20-avgusta-4326175

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика