12:27 (UTC+5), 10 Июль 2025

Ныҡлы ғаилә – ил терәге: Белорет районы башлығы яугир ғаиләһе менән таныштырҙы

Инсаф Хужабирганов

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Белорет районы башлығы Азат Хәкимов социаль селтәрҙә яугир ғаиләһе менән таныштырҙы.

Тирлән ауылынан Максим һәм Светлана Яворскийҙар 26 йыл бергә йәшәй. Максим Яворский ауылда участковый булып егерме йылдан ашыу хеҙмәт итә. 2022 йылдың октябрендә махсус хәрби операцияға алына. Пулеметсы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Уның хәтерләүенсә, алғы һыҙыҡта ҡайһы бер көндәрҙә дошман көнөнә йөҙ тапҡыр һөжүм иткән саҡтар була.

Ире мобилизацияланғас, Светлана Яворская башҡа хәрбиҙәрҙең ҡатындары менән бергә һөйгәненең  хәрби әҙерлек урынына бара. Өй хужабикәһе һөнәре буйынса рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ауыл мәктәбендә директор урынбаҫары булып эшләй. Студенттар менән берлектә улар һалдаттарға дәртләндерерлек хаттар яҙҙы, гуманитар ярҙам йыйҙы.

Кременная ҡалаһы янындағы алыштарҙа Максим ҡаты яралана. Пуля уның уң яурынын йәрәхәтләй. Бер йылға яҡын дауаханаларҙа реабилитация үтә, һуңынан һауығып сыға. Уң ҡулы ғәрип ҡалға ғаилә башлығы демобилизациялана. Әле ул Тирлән ауылында староста булараҡ, ауыл хакимиәте башлығына социаль әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итә, граждандар йыйылыштарында ҡатнаша. Шулай уҡ Максим Яворский һәм уның ауылдаштары һалдаттарҙың үтенесе буйынса таянып аҡса йыйып, кәрәкле әйберҙәрҙе фронт һыҙығына оҙата.

Яворскийҙар ғаиләһендә ике бала үҫә. Ҡыҙы Яна ашығыс хеҙмәттәрҙә диспетчер булып эшләй, улы Кирилл Магнитогорск колледжында автомеханик һөнәренә уҡый. Әсәһе - Зоя Николаевна - отставкалағы полиция майоры - Тирләндәге «Надежда» үҙешмәкәр сәнғәт коллективында йырлай. Ауылдың әүҙем активистарының береһе Яворскийҙарҙың терәге һәм таянысы ул.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика