09:42 (UTC+5), 08 Июля 2025

Ололарға иғтибар: Әбйәлил районында эшҡыуарҙар пенсионерҙар өсөн үҙенсәлекле акция үткәргән

Инсаф Хужабирганов

Әбйәлил районынан йәш йүнсел Ризуан Рәхмәтов социаль селтәрҙә дуҫтарына, йәш эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итеп, оло йәштәгеләр өсөн хәйриә акцияһы ойошторған. Ул интернетта аҡса йыйып, үҙенең хужалығында әҙерләнгән һөт ризыҡтарын пенсионерҙарға бушлай тарата.  

Хәйриә акцияһы Магнитогорск ҡалаһында башланып иткән. Был хаҡтағы яҙма социаль селтәргә таралған. Күптәр пенсионерҙарға ризыҡ алып биргән кешеләргә рәхмәт һүҙҙәре яҙа. Бәғзеләр иһә акция ойошторған ғаиләгә ҡарата һоҡланыу белдерә.

«Беҙ был изгелекле эшҡыуарҙар менән күптән танышбыҙ, һатҡан ризыҡтары һәр саҡ сифатлы, таҙа. Улы ла, атаһы ла бик татыу, иғтибарлы, яуаплы, һоҡланғыс кешеләр», – тип яҙа социаль селтәрҙә әбйәлилдәр.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика