

Йылайыр районында 82 йәшлек Сәғирә Солтанова бесәнселәр ярышында үҙенең оҫталығы менән барыһын да һоҡландырған. Был хаҡта район башлығы Борис Мелкоедов үҙенең сәхифәһендә яҙған.
«Бөгөн Таллыҡ яланында матур сараға - "Бесән туйы"на йыйылдыҡ. Борондан килгән йолаларыбыҙҙы иҫләп, берләшеп, бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп йәшәйек. Иң мөһиме тыуған ереңде яратырға, уны һаҡларға, тәрбиәле итеп тоторға кәрәк. Беҙгә ҙур мөмкинселек бирелгән: йыйылып аралашырға, бесән эшләргә, бесәндең еҫен белергә.
Беҙгә бирелгән байлыҡтың ҡәҙерен белеп, бер беребеҙгә ҡыуанып йәшәмәһәк, беҙҙең көс тә булмаҫ ине. Хәҙер бесән бешеп еткән ваҡыт. Йыл да бесән мул булыуын теләйем.
Илебеҙгә тыныслыҡ килһен. Егеттәребеҙ ил һағынан иҫән-һау ҡайтһындар. Беҙҙең ошолай берҙәмлек саралары үткәрә алыуҙа уларҙың өлөшө ҙур. Аралашып, ял итеп, еребеҙҙән көс-ҡеүәт алып ҡайтығыҙ», - ти Борис Мелкоедов.
82 йәшлек Сәғирә инәй ярышта иң олоһо була һәм һынатмай. Ойоштороусылар уны, иң өлкән бәйгесе булараҡ, махсус приз менән бүләкләй. Инәйҙең һөйләүенсә, ул 8 бала әсәһе, ире менән алты ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.
«Ярышҡа ғүмер буйы үҙем бесән сапҡан салғымды алып килдем. Һуңғы тапҡыр уны ҡулыма утыҙ йыл самаһы элек тотҡайным. Шуға ла бәйгелә көсөмдө һынап ҡарау айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы», - ти Сәғирә Солтанова.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.