08:01 (UTC+5), 04 Июля 2025

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Алик Шакиров

4 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков менән осрашты. Республика Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, көн тәртибендә — мәшғүллек хеҙмәтен һәм дәүләткә ҡарамаған социаль хеҙмәтләндереү секторын үҫтереү, шулай уҡ республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары.

— Башҡортостан халыҡты эшкә урынлаштырыу өлкәһендә Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы менән һөҙөмтәле эшләй, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Беҙ илдә тәүгеләрҙән булып модулле мәшғүллек үҙәктәрен төҙөй башланыҡ. Ә республикала ошондай 51 учреждение яңыртылды.  

Антон Котяков республиканың халыҡты эшкә урынлаштырыу мәсьәләләре менән шөғөлләнгән үҙәктәрҙе яңыртыу буйынса уңыштарын юғары баһаланы.

 —Тап Башҡортостан модулле төҙөлөш башланғысы менән сығыш яһаны, — тип билдәләне министр. — Һеҙҙең тәжрибәне тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә был федераль көн тәртибенә индерелде.

Осрашыуҙа Антон Котяков һәм Радий Хәбиров яңы социаль объекттар төҙөү, атап әйткәндә, «Именлек» республика геронтология үҙәгенең яңы корпусы мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Дәүләткә ҡарамаған социаль хеҙмәтләндереү секторы мәсьәләләренә айырым иғтибар бүленде. Башҡортостан был форматты әүҙем үҫтерә, төбәктә биш пансионат дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә эшләй, тағы бер нисә учреждение сафҡа индерелергә тейеш. 

Антон Котяков инвесторҙарҙың социаль өлкәне үҫтереүҙә ҡатнашыуын хуплай.

Бынан тыш, яҡтар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, шул иҫәптән социаль хеҙмәтләндереү, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, эшкә урынлашыуға булышлыҡ итеү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өлкәһендә ярҙам күрһәтеү тураһында фекер алышты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ошондай 54 сара ғәмәлдә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-04/radiy-habirov-i-anton-kotyakov-proveli-v-ufe-rabochuyu-vstrechu-4302357

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика