

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар ғилми йәмғиәттәре советтары съезының пленар ултырышында ошо турала белдерҙе. Форум Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бара.
Республика етәксеһе форумды Өфөлә үткәрергә тигән ҡарар өсөн Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем биреү министрлығына рәхмәт белдерҙе.
«Башҡортостандың йәш ғилми берләшмәһе барлыҡ яңы ҡаҙаныштарҙы үҙләштерә һәм әүҙем үҫешә. Өфөлә ошондай күп талантлы йәштәрҙең йыйылыуы бик ҡыуаныслы. Әгәр ҙә кемдер, беҙҙә өс-дүрт көн булғандан һуң Башҡортостанда ҡалырға ҡарар итһә, мин үҙем шәхси үҫеш һәм уңыш траекторияһын билдәләрмен, һеҙгә ярҙам итермен», – тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан өсөнсө йыл Милли фәнни-технологик үҫеш рейтингында ун төбәк иҫәбендә.
Республикала 4,5 меңдән ашыу тикшеренеүсе эшләй. Һәр бишенсеһе – 29 йәшкә тиклемге йәш ғалим.
Һуңғы 4 йылда Башҡортостан бюджетынан фәнгә ярҙам итеү өсөн 900 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.
Республика бюджетынан йәш аспиранттарҙың һәм фән кандидаттарының дөйөм суммаһы 90 миллион һумлыҡ 60 проекты һәм Евразия ғилми-белем биреү эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса 11 ғилми тикшеренеү хупланған. Донъя кимәлендәге 4 лаборатория булдырылған, уларҙы дөйөм финанслау күләме 300 миллион һум тәшкил иткән. Республика бюджетынан 531 ғилми-белем биреү стажировкаһын үтеүгә һәм 133 йәш ғалимдың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 400 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.