Башгидрометүҙәктә 1 июлдән 10-на тиклем уртаса һауа температураһының аномаль булыуын фаразлайҙар. Ошо осорҙа республикала уртаса температураның норманан 1° түбәнерәк булыуы көтөлә.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2 июлдә төндә урыны менән көслө ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе, елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +19, +24°.