

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2026 йылға байрам һәм ял көндәре календары проектын әҙерләгән. Ҡарар проекты йәмәғәтселеккә фекер алышыуға сығарылған, тип хәбәр итә министрлыҡтың телеграм-каналы.
Илдең хеҙмәт министры Антон Котяков һүҙҙәренсә, йыл һайын хөкүмәт байрам көндәренә тура килгән ял көндәрен күсереү тураһында ҡарар ҡабул итә.
«Шуға бәйле яңы йыл каникулдары 12 көн була (2025 йылдың 31 декабренән 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем). Киләһе йылда биш тапҡыр 3 көнлөк ялдар көтөлә: февралдә, мартта, майҙа ике тапҡыр һәм июнь айында билдәләнгән Рәсәй көнөндә», — тине Антон Котяков.
Бынан тыш, рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡа эш аҙналары һәм өҫтәмә ял көндәре көтә:
— февралдә 3 көн рәттән ял итәбеҙ: 21 февралдән 23-нә тиклем;
— мартта шулай уҡ өс көнлөк ял көндәре: 7 марттан 9 мартҡа ҡәҙәр;
— майҙа ике тапҡыр 3 көн ял итәбеҙ: 1 майҙан 3-өнә тиклем һәм 9 майҙан 11-ға хәтлем;
— июндә йоманан йәкшәмбегә тиклем ял: 12 июндән 14-нә тиклем;
— ноябрҙә шаршамбы, 4 ноябрь, ял көнө;
— 31 декабрь ял көнө була.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.