Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың күп балалы ғаиләләренә дәүләт ярҙамы тураһында законына төҙәтмәләр индерҙе.
Парламент рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, ишле ғаиләләргә республика техникумдарында һәм колледждарында балаларын көндөҙгө бүлектә уҡытыу хаҡының яртыһы кире ҡайтарыла. Уҡыу йылында бер бала өсөн ғаилә 30 мең һумға тиклем аҡса алырға мөмкин.
Әммә быға тиклем закон юғары уҡыу йорттары ҡарамағындағы колледждарҙа түләп уҡыған студенттарға ҡағылмай ине.
«Беҙ ошо етешһеҙлекте бөтөрҙөк. Хәҙер ошо категорияға ҡараған студенттар ҙа компенсацияға дәғүә итә ала. Республикала бөтәһе ошондай 620 студент иҫәпләнә. Бынан тыш, улар уҙған 2024/25 уҡыу йылы өсөн дә компенсация алырға хоҡуҡлы», — тине Константин Толкачев.
Дәүләт Йыйылышында билдәләүҙәренсә, компенсация өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләргә генә түгел, ә 23 йәшкәсә студент балалары булғандарға ла ҡағыла. Никахта торған йәки тулыһынса дәүләт тәьминәтендә булған балалар ғына был хоҡуҡтан файҙалана алмай.
Бынан алдараҡ «Башинформ» күп балалыларға ипотеканы ҡаплауға түләүҙе 900 мең һумға тиклем арттырыуҙары мөмкин тип хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.