Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.54
-0.57
23+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июнь , 16:30

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны ағыулы йылан саҡҡан.

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

SНOT мәғлүмәттәре буйынса, Өфө ҡыҙы гид менән Азат йылғаһы тарлауығына «Таштар симфонияһы» экскурсияһына барған. Таштар араһында фотоға төшкәндән һуң ул бармағының ҡанауын күреп ҡалған. Гидҡа ошо хаҡта әйткәс, уның йөҙө ҡапыл үҙгәреп киткән, паникаға бирелгән, тиҙерәк дауаханаға барырға ҡушҡан. Асыҡланыуынса, яҡташыбыҙҙы гюрза – ағыулы йылан саҡҡан.

Тәүҙә уны травмпунтҡа, аҙаҡ дауаханаға алып барғандар. Юлда уның ҡулы ойой, күкрәк тирәһе яна, шунан ҡоҫа башлаған. Дауаханала Регинаны реанимацияға һалғандар, капельница ҡуйғандар. Әле уның хәле яҡшырыуға табан бара.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-27/ufimku-v-armenii-ukusila-yadovitaya-gyurza-4293060

Автор:Ксения Калинина
Читайте нас: