10:43 (UTC+5), 25 Июня 2025

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

Ленин районы урамдарына билдәле шағир һәм күренекле табип хөрмәтенә исем бирелде. Был ҡарарҙы Ҡала советы депутаттары сираттағы ултырышта ҡабул итте.

Рәшит Шәкүров урамы Дуҫлыҡ проспектынан башлап балерина Тамара Хоҙайбирҙина урамына тиклем. Шәкүров Рәшит Закир улы (псевдонимы Рәшит Шәкүр) – Башҡортостандың халыҡ шағиры, билдәле яҙыусы, педагог, филология фәндәре докторы, профессор, халыҡ-ара төрки академияһы академигы. Былтыр июнь айында 88-се йәшендә арабыҙҙан китте, тип яҙғайны «Башинформ».

Табип Саҡаева урамы иһә яңы биҫтәлә Дуҫлыҡ проспекты һәм Затон шоссеһы араһында. Мәстүрә Саҡаева Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бөйөр үҙәген булдырыу инициаторҙарының береһе тип һанала, һуңынан үҙе уны етәкләй. 1965 йылда уның етәкселегендә илебеҙҙә тәүге тапҡыр геморрагик биҙгәк йоҡтороу һөҙөмтәһендә киҫкен бөйөр етешмәүсәнлеге менән сирләгән кешегә гемодиализ үткәрелә. Социалистик хеҙмәт геройы һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-25/v-ufe-poyavilis-ulitsy-rashita-shakura-i-vracha-sakaevoy-4290088

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика