Башинформ хәбәр иткәнсә, закон проекты менән республиканың хәрби журналистарына дәүләт ярҙамы ҡарала, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ошо категорияһының, хәрби журналистика ветерандарының статусы, уларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль гарантиялар билдәләнә.
Һәләк булған хәрби хәбәрселәрҙең туғандарына һәм хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә зыян күргән журналистарға түләүҙәр индереү планлаштырыла. Ярҙам сараларының аныҡ исемлеген республика хөкүмәте билдәләй, тип белдерҙеләр парламенттың яҙғы сессияһының йомғаҡлау ултырышында.
Закон проекты сит ил агенттарына, экстремистик енәйәттәрҙә ҡатнашҡан кешеләргә, коммерция баҫмалары хеҙмәткәрҙәренә һәм башҡаларға ҡағылмай.
Дәүләт Йыйылышы комитеты рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов һүҙҙәренсә, әлегә Рәсәйҙең бер субъектында ла киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамын күҙ уңында тотҡан закон юҡ.
МХО биләмәһендә һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрҙә эшләгән журналистарҙың хоҡуҡтарын нығытыу, Башҡортостандың хәрби журналисы, хәрби журналистика хеҙмәткәре, хәрби журналистика ветераны статусын һәм дәүләт ярҙамы сараларын билдәләү мөһим, тине Рөстәм Ишмөхәмәтов. Һәләк булған хәрби журналистарҙың ғаилә ағзалары өсөн дә социаль гарантиялар ҡарала.
«Башҡортостан Республикаһының хәрби журналистика ветераны таныҡлығы индерелә, ул дәүләт ярҙамы сараларын алыу өсөн документаль нигеҙ булып тора. Бөгөн республиканан 11 киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәре МХО биләмәһендә эшләй. Әгәр журналистың дөйөм эш күләме 60 көндән ашыу тәшкил итһә, ул ошо закондың мөмкинлектәрен ҡуллана ала. Әлбиттә, республика бюджетынан сығымдар талап ителә», – тип йомғаҡ яһаны Рөстәм Ишмөхәмәтов Дәүләт Йыйылышы ултырышында.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.