«Айнур Айрат улы – изгелек һәм мәрхәмәтлек идеяларына тоғролоҡ өлгөһө. Ул республикабыҙ Башлығының «Атайсал» проекты лидерҙарының береһе булды, 50-нән ашыу хәйриә, экологик, спорт инициативаларын башлап ебәрҙе, мәсетлеләрҙең йәш быуынын рухи-әхлаҡи үҫтереү хәрәкәтенең идея лидеры, биш бала атаһы ине.
Ошондай кеше менән беҙ ҙә эшләргә өлгөрҙөк, 2024 йылда ул Йәмәғәт советының яңы составына һайланғайны. Быға тиклем дә Айнур Айрат улы ғаилә хеҙмәте менән берлектә социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары тәрбиәләнеүселәренә әүҙем ярҙам күрһәтте, Балаҡатай районындағы балалар приюты тәрбиәләнеүселәрен файҙалы эшмәкәрлеккә йәлеп итте, яңғыҙ йәшәгән ололарҙы ла ярҙамһыҙ ҡалдырманы.
Уның күләмле проекттарының береһе – Изгелек йорто. Оло Ыҡтамаҡ ауылында активист үҙенең иптәштәре менән бергә билдәле йәшәү урыны булмаған кешеләр өсөн туҡланыу ойошторҙо, уларҙы алама ғәҙәттәренән арындырырға тырышты», – тип яҙа Ленара Иванова.
Айнур оҙаҡ йылдар Мәсетле районының Һабанаҡ ауылында староста һәм имам-хатип булды. Ул тыуған ауылын төҙөкләндереү өсөн 19 проектты тормошҡа ашырҙы, «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнашты. МХО башланғас та яуҙағы яҡташтарына ярҙам күрһәтеү эшенә тотондо. Уның тормошонда иң мөһим проект – ҡыҙы хөрмәтенә аталған «Аиша» хәйриә йорто. Айнур йыйылған аҡсаға аҙыҡ-түлек һатып алып, йөҙләгән ғаиләгә ярҙамлашты. 2025 йылдың апрелендә Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә акция башлап ебәрҙе, унда тотош республика халҡы ҡатнашты.