09:30 (UTC+5), 23 Июня 2025

Был аҙнала «Сәләмәтлек поездары» республиканың ете районына бара

Фото: Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе трансляцияһынан скриншот
Инсаф Хужабиргәнов

Был аҙнала «Сәләмәтлек поездары» Архангел, Дыуан, Дүртөйлө, Бүздәк, Баҡалы, Стәрлетамаҡ һәм Бөрйән райондарына юллана.

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә йыл да ойошторолған «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы хаҡында һөйләне.

«21 апрелдән сәләмәтлек поездарының медицина хеҙмәткәрҙәре 71 910 тикшереү үткәргән, шуларҙың 15 975-е — рентген, 10 415-е — флюорография, 5500-ө — маммография. Тикшереүҙәр барышында 1716 социаль әһәмиәтле сир асыҡланған», — тип хәбәр итте Айрат Рәхмәтуллин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сәләмәтлек поездарында бушлай тикшереү үтергә, алдан яҙылмайынса, сират буйынса инергә була.

https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-06-23/poezda-zdorovya-na-etoy-nedele-posetyat-sem-rayonov-bashkirii-4287276

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика