06:23 (UTC+5), 20 Июня 2025

Луганск Халыҡ Республикаһынан 100-гә яҡын бала Башҡортостанға ял итергә килде

96 бала Мәләүез районының «Дуҫлыҡ» балалар һауыҡтырыу лагерында һаулығын нығыта.

Фото: Илдар Мәүлитбирҙиндең социаль селтәрҙәре
Әлфиә Әһлиуллина

Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһынан бер төркөм балалар Башҡортостанға ял итергә килде. Мәләүез районының «Дуҫлыҡ» балалар һауыҡтырыу лагерына 96 баланы урынлаштырабыҙ, тип хәбәр итте республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.

«Йәй буйына беҙ Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан балаларҙы һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәрҙе ҡабул итәбеҙ. Ошо осорҙа балалар Башҡортостан тарихы, уның йолалары менән танышыр. Балаларҙың ялы файҙалы үтер, тик ыңғай тәьҫораттар ғына килтерер тип ышанам», — тип яҙа ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.  

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда 1850-нән ашыу балалар лагеры эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-20/v-bashkiriyu-na-otdyh-pribyli-okolo-100-detey-iz-lnr-4283511

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика