

2025 йылдан Башҡортостанда һыу объекттарында кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү программаһы ғәмәлгә индерелде. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов БСТ телеканалында ойошторолған брифингта ошо турала белдерҙе.
«Иң мөһиме – яңы хәүефһеҙ ял итеү урындары булдырыу, был 2030 йылға һыу объекттары булған барлыҡ тораҡ пункттарҙы ла үҙ эсенә алырға мөмкинлек бирә. Йәмғеһе 936 тораҡ пунктта 1 377 ял итеү урыны», – тине Кирилл Первов.
Бер ял итеү урыны булдырыу өсөн программала һыу объектының төбөн тикшереү һәм таҙартыу, ҡотҡарыу щитын ҡуйыу, шулай уҡ һыу инеү миҙгелендә ҡотҡарыусылар дежурлығын ойоштороу кеүек саралар исемлеге тәҡдим ителә. Программаға ярашлы, 2025 йылда 366 ял итеү урыны асылырға тейеш.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә йәнә биш пляжда һыу инергә рөхсәт ителде.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.