Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.78
0
92.88
0
66.87
+0.28
20+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь , 09:19

Башҡортостан Башлығы дүрт ғаиләне «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғаиләләрҙе «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

2025 йылдың 10 июнендәге указ менән балалар тәрбиәләүҙәге ҡаҙанышы, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлауға һәм нығытыуға тос өлөш индергән өсөн Архангел районынан Рәмилә һәм Зиннур Бәшировтар, Дәүләкән районынан Наталия Иванова, Туймазы районынан Зөлфиә һәм Марат Дәүләтовтар, шулай уҡ Өфөнән Тамара һәм Михаил  Беловтар юғары наградаға лайыҡ булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы Башҡортостан президенты указы менән 2014 йылдың 21 ноябрендә булдырылған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-19/glava-bashkirii-udostoil-medali-roditelskaya-doblest-chetyre-semi-4281263

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: