12:44 (UTC+5), 17 Июня 2025

Азат Бадранов Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне

Сара 14 июндә билдәләнгән Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамына арналды.

Фото: Валерий Шахов
Ләйлә Аралбаева

Бөгөн «Башинформ» агентлығының конференциялар залында тиҫтә йылдар буйына үҙ эшенә тоғро булған, сифатлы контент булдырған, журналистарҙың яңы быуынын тәрбиәләгән, федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының абруйын нығытҡан яҡташтарыбыҙҙы тәбрикләнеләр. Илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа дөрөҫлөк ҡоралы, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге ҡалҡаны һәм фронт менән тыл араһында күпер булып хеҙмәт иткәндәр Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын алды. 

Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотлап, тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

«Һөнәри байрамығыҙ уңайынан һеҙгә иң тәүҙә рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә. Башҡортостан Республикаһының идара итеү командаһынан ысын күңелдән рәхмәт, айырыуса геосәйәси саҡырыуҙар шарттарында, хәрби хәрәкәттәр алып барылған, интернет, социаль медиа үҫешкән, ялған мәғлүмәттәр күп таратылған ваҡытта беҙҙең традицион киң мәғлүмәт саралары мөһим роль уйнай. Социаль медиала еткерелгән мәғлүмәт өсөн яуаплылыҡ төшөнсәһе юҡ, әммә был беҙҙең традицион киң мәғлүмәт сараларында бар, – тине Азат Бадранов. – Был иһә муниципаль киң мәғлүмәт сараларының, беҙҙең мәғлүмәт хеҙмәттәренең, телевидениеның, республика гәзит-журналдарының эше. Беҙ тармаҡтағы проблемалар тураһында яҡшы беләбеҙ, һеҙ беҙҙең ышаныслы таянысыбыҙ булып тораһығыҙ. Рәхмәт һеҙгә!»

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы директоры вазифаһын башҡарыусы Дилә Сәғитова «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.

Күп йылдар «Башинформ» агентлығында эшләгән Любовь Колоколова «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

«Салауат» телекомпанияһы директоры Сергей Алешкевич маҡтаулы исем менән бүләкләнде.

«Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәноваға ла ошондай награда тапшырылды.

«Российская газета» баҫмаһының Өфө филиалы мөхәррире Гөлнәзирә Ишбирҙина ла бүләкләнде.

Шулай уҡ «Аҡбуҙат» журналы редакцияһының яуаплы секретары Миңлеғол Тайсина һәм «Башҡортостан» ТРК-һы «Сәләм» телеканалының сығарылыш режиссеры Татьяна Саттарова маҡтаулы исем алды.

«Башҡортостан» ТРК-һы телевидение цехының АСБ смена начальнигы Тимур Әйүпов, «Башҡортостан» республика нәшриәте гәзит цехының электроника инженеры Виктор Барабанщиков, ВГТРК-ның Өфөлә урынлашҡан хәбәрселәр пункты телеоператоры Сергей Шелепин һәм башҡалар бүләкләнде.

Бүләкләү тантанаһы Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчевтың йомғаҡлау һүҙҙәре менән тамамланды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-17/v-ufe-azat-badranov-nagradil-rabotnikov-pechati-i-informatsii-bashkirii-4279156

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика