

Башҡортостанда тантаналы рәүештә Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылды. Ул данлы яугир һәм шағир-сәсәндең исемен йөрөткән Салауат районында урынлашҡан.
Һәйкәл Өфөнөң төп биҙәге булған атлы статуяның күсермәһе булып тора. Монументта «Салауат Юлаев (1754-1800) — башҡорт халҡының милли геройы» тигән яҙыу ҡуйылған.
«Салауат районына ингән ерҙә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Салауат Юлаев – республикабыҙ символы,ул беҙҙең хәтерҙә мәңгегә хоҡуҡ һәм азатлыҡ өсөн көрәшсеһе булып ҡалыр. Яҡташыбыҙҙың рухы беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәһен һәм тыуған ил өсөн изге эштәргә рухландырһын!» — тип яҙҙы район башлығы Марс Кашапов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Ошо көндәрҙә Салауат районында «Салауат йыйыны-2025» республика фольклор байрамы ойошторолдо. Быйыл ул Салауат Юлаевтың тыуыуына 271 йыл тулыуға арналды.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.