04:16 (UTC+5), 10 Июнь 2025

Радий Хәбиров энергетиктар һатыуҙы тыйыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Гөлфиә Акулова

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алкоголһеҙ энергетиктар һатыуҙы тыйыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Закон Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары башланғысы менән ҡабул ителде, тип яҙғайны «Башинформ». Ул 2025 йылдың 1 сентябренән көсөнә инергә тейеш.

Закон мәктәптәр, университеттар, белем биреү һәм дауалау учреждениелары, театрҙар, физик культура һәм спорт учреждениелары эргәһендә урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә алкоголһеҙ, шул иҫәптән энергетик эсемлектәрҙе һатыуҙы тулыһынса тыйыуҙы күҙ уңында тота. Ул республика халҡының әхлағын, һаулығын, хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән, тиелә документта.

Бынан алдараҡ Башинформ Рәсәйҙә балаларға энергетиктар һатҡан өсөн штраф һалыныуы хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-09/radiy-habirov-podpisal-zakon-o-zaprete-na-prodazhu-energetikov-4271152

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика