10:55 (UTC+5), 10 Июня 2025

Өфөлә «21-се мәктәп» асылды

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

10 июндә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә «21-се мәктәп» асылды. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Һаҡлыҡ банкы президенты, идара рәйесе Герман Греф ҡатнашты.

«21-се мәктәп» — һанлы технологиялар мәктәбе 18 йәше тулған, һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән кандидатҡа бушлай ИТ-һөнәр алыу мөмкинлеген бирә.

Өфөлә Һаҡлыҡ банкы «21-се мәктәп+» проектын Башҡортостан хөкүмәте менән берлектә тормошҡа ашыра.

Бөгөн беҙҙә оло ваҡиға һәм «21-се мәктәп»те асыу яңы мөмкинлектәр булдыра, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Беҙҙең һәләтле йәштәр өсөн был бик кәрәк ине. Киләсәктә бында 5 меңдән ашыу егет-ҡыҙҙар белем алырға мөмкин», — тине Радий Хәбиров.

Рәсәй Һаҡлыҡ банкы президенты, идара рәйесе Герман Греф һүҙҙәренсә, Башҡортостан – көслө фәнни, интеллектуаль төбәк, сәнәғәте үҫешкән.

«Һеҙҙең кампуста Фәндәр академияһы, университеттар, индустриаль партнерҙар араһында тығыҙ партнерлыҡ. Беҙҙә (әлегә тиклем) йәнле системалар инженерияһы менән бәйле бер генә мәктәп тә юҡ ине. Өфөлә ғилми һәм етештереү ҡеүәте менән бәйле белгеслек уйланылған», — тип билдәләне Герман Греф.

Әлеге ваҡытта «21-се мәктәп» илебеҙҙең 14 ҡалаһында эшләп килә. Шулай уҡ 2024 йылдың ноябрендә Сеченов университетының һәм «21-се мәктәп»тең берлектәге кампусы асылды. Киләһе йылдарҙа илдең тағы бер нисә төбәгендә мәктәп кампустары үҙ ишектәрен асырға тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-10/v-ufe-otkryli-novyy-kampus-shkoly-21-4272217

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика