

Башҡортостандан Зилә Романова Рәсәйҙең иң яҡшы ауыл почтальоны тип танылды. Почта хеҙмәткәренә маҡтаулы исем менән бергә 250 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк тапшырылды, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Федераль почта элемтәһенең республика буйынса идаралығынан.
Бына инде 10 йыл Зилә Романова Ғафури районының Родина ауылында почтальон булып эшләй. Эшемдә иң мөһиме — аралашыу, ауылдаштарыма ярҙам итеү һәм улар хаҡында хәстәрлек күреү, ти яҡташыбыҙ.
Республика почта хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Рәсәй Ауыл йәштәре союзы менән берлектә ойошторған «Ауыл почтальоны — 2025» Бөтә Рәсәй конкурсының финалы кисә Мәскәүҙә «Рәсәй» милли үҙәгендә үтте.
Сара илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән (Калининград өлкәһенән алып Приморье крайына тиклем) килгән 70-тән ашыу хат ташыусы һөнәре вәкилдәрен берләштерҙе. Һайлап алыу этабын үткән ҡатнашыусылар финалда үҙҙәренең һөнәри оҫталығын һәм эшкә ижади ҡарашын күрһәтте.
Был конкурста 50 000-гә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙан почтальондар ҡатнаша ала ине. Конкурсҡа бөтәһе 3000-дән ашыу ғариза тапшырылды.
«Ауыл почтальоны» конкурсы Рәсәйҙең һанлы үҫеш министрлығы, ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында тәүге тапҡыр үткәрелде, төп маҡсаты – почтальон һөнәренең абруйын күтәреү.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан почта бүлексәләре һаны буйынса илдә лидер булып тора.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.