06:36 (UTC+5), 05 Июнь 2025

Төркиәнең Анталия ҡалаһында башҡорт һабантуйы үтте

Фото: Лилиә Йосопова
Әлфиә Әһлиуллина

Төркиәнең Анталия ҡалаһында башҡорт һабантуйы үтте. 24 майҙа яҡташтарыбыҙ Коньяалты районында милли байрам ойошторҙо. Ҡунаҡтарҙы Анталия башҡорттары ойошмаһы етәксеһе Азат Шәйхетдинов сәләмләне. Анталияла башҡорт һабантуйы бишенсе тапҡыр уҙғарыла һәм ҡатнашыусылар йылдан-йыл күберәк, тип һөйләне ул.

Был юлы һабан байрамы ҡунаҡтары араһында Төркиәлә ялға итергә Татарстан журналисы Лилиә Йосопова ла бар ине «Башинформ» агентлығына күрше республиканан коллегабыҙ һөйләүенсә, паркка ингәндә үк ҡунаҡтарҙы самауыр сәйе һәм милли ризыҡтар менән ҡаршы алғандар. Күп кенә ҡунаҡтарҙың милли кейемдә булыуына иғтибар итте ул. 

Һабантуйҙа Башҡортостан йырсыһы Заһир Иҫәнсурин Анталия башҡорттарына тыуған республикабыҙҙан сәләм тапшырҙы һәм үҙенең бер нисә йырын башҡарҙы, шулай уҡ ҡумыҙҙа һәм ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе.

Сараны ойоштороусыларҙың береһе, ун йыл Төркиәлә йәшәгән Баймаҡ ҡыҙы, популяр блогер Дилүзә Мәҡсүтова фекеренсә, кеше тыуған иленән ни тиклем алыҫта йәшәй икән, ул үҙенең мәҙәниәтенә, тарихына, йолаларына нығыраҡ тартыла. Бындай байрамдар – ватандаштар менән осрашыу ғына түгелә, ә туған телдә аралашыу, тыуған республика менән бәйләнештәрҙе нығытыу мөмкинлеге лә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-06-05/v-turetskoy-antalii-proshel-bashkirskiy-sabantuy-4265002

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика