5 июндә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында V «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» Бөтә Рәсәй академияһын асыу тантанаһы үтте.
Сара башланыр алдынан академияла ҡатнашыусыларҙы Ay Yola төркөмө үҙенең Homay хиты менән сәләмләне.
Бер ниндәй ҙә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, сираттағы тапҡыр Башҡортостанда ошондай сара уҙғарыла, тип билдәләне «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова.
«Оҙаҡ ваҡыт беҙҙең менән булған һәр кемгә рәхмәт белдерәм. Беҙҙең проекттың Валентина Ивановна Матвиенко башлап ебәргән һәм Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумын ойошторған изге традицияны дауам итеүе бик ҡыуаныслы. Беҙ бергә йыйылып, тәжрибә, белем менән уртаҡлашыуҙың ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ни тиклем мөһим икәнен аңланыҡ. «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» проекты ҡатын-ҡыҙҙың ғына түгел, ә бөтә кешеләрҙең дә тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында. Әлбиттә, ул һәр ғаиләгә, ғөмүмән, илебеҙгә һәм донъяға ҡағылышлы иң мөһим һәм кәрәкле темаларҙы күтәрә», — тине Каринэ Хәбирова.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың барлыҡ ир-егеттәре исеменән мөхәббәт, ихтирам һәм сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
«Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» проектын бик хөрмәт итәм. Уның авторы хәләл ефетем булғаны өсөн түгел, сөнки проект эш, ярҙам тураһында. Ошо йылдар эсендә тиҫтәләгән мең ҡатын-ҡыҙ реаль ярҙам, медицина ярҙамы, консультация алды. «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерҙе. Бында ҡайһы берҙә хатта ауыр хәлгә тарыған ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҙмыштары хәл ителә», — тине Радий Хәбиров.
«Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе»ндә ҡатнашыусыларҙы бай программа көтә: лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре һәм воркшоптар, медицина консультациялары һәм психолог консультациялары.
Быйыл форум тәүге тапҡыр халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Майҙансыҡтарҙа Мексика, Дубай, Белоруссия, Үзбәкстан, Омандан ҡунаҡтар һәм эксперттар көтөлә. Ике көн дауамында «Сәләмәтлек биләмәләре» майҙансыҡтары эшләй, унда балалар һәм өлкәндәр өсөн бушлай консультациялар үткәрелә. Быйыл күргәҙмә зоналары «Мәҙәни код» эгидаһы аҫтында эшләй. Кескәйҙәр өсөн «Бала саҡ биләмәһе» ойошторола, лекциялар ваҡытында әсәйҙәр балаларын ошонда ҡалдырып торорға мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.