

Йома, 6 июндә, мосолмандар Ҡорбан байрамын билдәләй. Был көндө Өфөнөң 23 мәсетендә байрам намаҙҙары уҡыла, вәғәздәр әйтелә, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенән.
Бынан тыш, дини йолаларҙы башҡарыу өсөн ике махсус майҙансыҡ эшләй («Карауан» сауҙа комплексы алдында һәм Төньяҡ автовокзал биләмәһендә).
Шулай уҡ 8 июндә «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәге алдында йәнә «Ҡорбан Хәләл Фест» ойошторола. Ҡатнашыусылар өсөн концерт программаһы, уйындар, йәрминкә һәм былау менән һыйлау ҡаралған.
Ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, байрам уңайынан ҡайһы бер юлдарҙа автотранспорт хәрәкәте сикләнә. Мәҫәлән, 6 июндә таңғы сәғәт 6-нан көндөҙгө 3-кә тиклем Туҡай урамының Цюрупа урамынан Зәйнулла Рәсүлев урамына тиклемге участкаһы, шулай уҡ «Ләлә» мәсете яҡлап Комаров урамының уң һыҙаты ябыла.
Бынан алдараҡ Радий Хәбиров Башҡортостанда Ҡорбан байрамын ойоштороу буйынса йөкләмәләр бирҙе.
12+
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.