Бөгөн Өфөлә Радий Хәбиров республиканың социаль хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһы уларҙың 8 июндә билдәләнгән һөнәри байрамы алдынан уҙҙы.
«Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эше һәр заманда ла мөһим. Беҙҙең көндәрҙә ул айырыуса әһәмиәткә эйә. Тап һеҙ мохтаждарға ярҙамға киләһегеҙ. Республиканың социаль яҡлау системаһында 11 меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың барыһы ла мөһим социаль мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеүгә лайыҡлы өлөш индерә.
Улар иҫәбендә – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү, ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү, инвалидтарға һәм үҙенсәлекле балаларға ярҙам, оло йәштәгеләрҙе әүҙем оҙон ғүмерлелеккә йәлеп итеү, эшкә урынлаштырыу һәм башҡалар. Тормошон ошо изге һөнәр менән бәйләгәндәрҙең барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт белдерәм», – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров тантанала ҡайһы бер бүләкләнеүселәр хаҡында ла әйтеп үтте.
«Күмертау психоневрология интернатының палата шәфҡәт туташы Валентина Константиновна Запонова 40 йылдан ашыу социаль ярҙам системаһында эшләй. Уның үҙ һөнәрен яҡшы белеүе, кешелеклелеге һәм эшенә тоғролоғо күп йылдар пациенттарҙың һаулығы һәм именлеге нигеҙе булып тора. Миәкә районынан Зинфира Альберт ҡыҙы Ҡадирова иһә сирек быуаттан ашыу социаль хеҙмәткәр. Ул яңғыҙ йәшәгән ололарҙы һәм инвалидтарҙы ҡарай. Зинфира Альберт ҡыҙы – күптәрҙең ышаныслы ярҙамсыһы һәм яҡын дуҫы.
Туймазынан Зимфира Ғәли ҡыҙы Ғәлиева 25 йылға яҡын ғүмерен социаль өлкәгә бағышлаған. Ул коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың тәүге етәкселәре иҫәбендә социаль өлкәлә проект эшмәкәрлеген әҙерләүҙә һәм уны индереүҙә ҡатнаша. Уның етәкселегендә булдырылған оло йәштәге граждандарға ярҙам итеү буйынса социаль проекттар республикаға федераль бюджеттан 3 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп итте. Уның «Сәләмәтлеккә аҙымдар» программаһы күп йылдар уңышлы эшләп килә», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәргә ныҡлы һаулыҡ, көс, илһам, уларҙың мөһим хеҙмәтен юғары баһалауҙарын теләне.