Бөгөн Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе барышында Башҡортостандың төҙөкләндерелгән Яҙыусылар йортон асыу тантанаһы булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уны ремонтлау эштәре 2024 йылдың сентябрендә республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса башланды.
«Республикабыҙҙың Яҙыусылар йорто – абруйлы йәмәғәт ойошмаларының береһе. 1934 йылдан ул йөҙләгән һәләтле авторҙы берләштерә, уларҙың әҫәрҙәре Башҡортостандың ғына түгел, тотош илдең байлығына әүерелде. Бөгөн беҙҙең яҙыусылар — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүселәр араһында. Күптәрегеҙ алғы һыҙыҡҡа командировкаға барҙы, яугирҙәр менән осрашты, ә ҡайһы берҙәре әле алғы һыҙыҡта. Яҙыусылар союзына «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» циклы өсөн рәхмәтлемен», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, һуңғы өс йылда республиканың Яҙыусылар союзына ярҙам күрһәтеүгә һәм уны үҫтереүгә 25 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Тантанала Радий Хәбиров республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Рәсәй китап союзы президенты Сергей Степашин да республика халҡын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы. Радий Хәбиров Сергей Степашин менән Яҙыусылар йортон ҡарап сыҡты, МХО-ға барған яҙыусылар менән аралашты.
Бина янында «Өфө йүкәләре» әҙәби скверы барлыҡҡа килде. Был республиканың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеү билдәһе булып тора. Ул «Өфө йүкәләре» йырының һүҙҙәрен Яҙыусылар йортонда эшләгән ваҡытында кабинеты тәҙрәһе янында үҫкән ағастарға ҡарап ижад иткән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.