07:48 (UTC+5), 29 Мая 2025

Башҡортостандан ишле ғаилә 5 миллион һум отҡан һәм ҡала ситендә йорт һатып алған

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
Әлфиә Әһлиуллина

Өфөнән Ғәйнетдиновтар-Фәйзуллиндарҙың ишле ғаиләһе 5 миллион һум отҡан һәм ҡала ситендә йорт һатып алған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Был беҙҙең ғаиләнеке» конкурсы еңеүселәренең ғаиләһендәге ыңғай үҙгәрештәр хаҡында хәбәр итте.

«Бер йыл элек Өфөлә йәшәгән Ғәйнетдиновтар-Фәйзуллиндар ғаиләһенең тормошо үҙгәрҙе. Улар «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» президент платформаһының иң популяр проекттарының береһе — «Был беҙҙең ғаиләнеке» конкурсының 32 еңеүсеһе иҫәбенә инде. Еңгән өсөн 5 миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнеп, күптәнге хыялдарын бойомға ашырҙы. Ғаилә Өфө районында шәхси йорт һатып алды һәм өй туйлап та ҡуйҙы», — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, ғаилә башлығы Флорид Ғәйнетдинов — иҡтисадсы, ә ҡатыны Лилиә юрист булып эшләй. Балалары Динияр, Вилдан һәм Дилара мәктәптә уҡый. Барыһы ла музыка менән мауыға. 

«Ғәйнетдиновтар-Фәйзуллиндар үҙҙәрен ябай ғаилә тип иҫәпләй. Хәйер, мин бәхәсләшер инем. Минеңсә, улар – бәхетле ғаиләләребеҙ бына шундай күп балалы, берҙәм, дуҫ булырға тейешлегенә сағыу миҫал», — тип йомғаҡ яһаны республика етәксеһе.

Быйыл «Был беҙҙең ғаиләнеке» конкурсы дауам итә, тип өҫтәне Радий Хәбиров. Икенсе миҙгелде башлау идеяһын Рәсәй президенты Владимир Путин хупланы. Конкурс йомғаҡтары буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 60 сертификат тапшырыу планлаштырыла. Ғаиләләр 5 миллион һумлыҡ сертификат оторға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-29/mnogodetnaya-semya-iz-bashkirii-vyigrala-5-mln-rubley-i-kupila-zagorodnyy-dom-4254642

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика