



Президент Владимир Путин Илеш районының Үрге Йәркәй ауылынан Милли технологик олимпиада еңеүсеһе Ләйлә Шәриповаға уңыштар теләне. Осрашыу кисә Кремлдең Екатерина залында «Рәсәй — мөмкинлектәр иле» ойошмаһының күҙәтеү советы барышында үтте.
Сарала күҙәтеү советы ағзалары һәм төрлө конкурстар һәм олимпиадалар, шул иҫәптән «Рәсәй лидерҙары», «Был беҙҙең ғаиләнеке», «Мәғариф флагмандары», «ТопБЛО», «Мин — профессионал», Халыҡ-ара инженер чемпионаты, Милли технологик олимпиада еңеүселәре ҡатнашты.
«Рәсәй — мөмкинлектәр иле» платформаһында уҡыусылар өсөн дә проекттар бар. Милли технологик олимпиада айырыуса популяр. Үрге Йәркәй ауылы Т.Рахманов исемендәге мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Ләйлә Шәрипова – тап шундай олимпиада еңеүсеһе.
Ул Владимир Путинға ошо олимпиадала ҡатнашыу тормошон нисек үҙгәртеүе тураһында һөйләне.
— Хәйерле көн. Миңә 17 йәш, Башҡортостандың Илеш районы Үрге Йәркәй ауылынанмын. Ғаиләбеҙҙә өс ҡыҙ, ата-әсәй беҙҙе бала саҡтан эшкә өйрәтә. Мәҫәлән, бергәләп картуф ултыртабыҙ, велосипедтар йүнәтәбеҙ, үлән сабабыҙ. Беҙҙең территория ҙур, элек ябай ғына үлән сабыу машинаһы бар ине, ул йыш ватыла торғайны. Атай уны йүнәткәндә беҙҙе ярҙамға саҡыра, механизмдарын аңлата. Физика, технологиялар менән ҡыҙыҡһыныуым шунан башланғандыр тип уйлайым, — тине йәш яҡташыбыҙ.
Президент Ләйләгә уңыштар теләне һәм робототехника өлкәһендә үҫеш перспективаларын билдәләне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.