2025 йылда өфө муниципаль хеҙмәткәрҙәренең шифаханаларҙа һәм курорттарҙа бер көн ял итеүе бюджетҡа 2 мең һумға төшә. Тейешле ҡарарға баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған.
Һүҙ мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ ҡаланың опека һәм попечителлек органдары белгестәре хаҡында бара.
Былтыр Башҡортостан шифаханаларында 224 мең кеше ял иткән.