

Бөгөн Өфөлә «Баштәржемә» яңы автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы менән таныштырҙылар. Проекттың презентацияһы БР Хөкүмәте ҡарамағындағы «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырышында үтте.
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һүҙҙәренсә, платформа тикшереү үткәндән һуң өс көндән эшләй башлаясаҡ.
«Беҙ тиҙ үҙгәргән донъяла йәшәйбеҙ, яһалма интеллект һәм башҡа технологиялар тормошобоҙҙоң бөтә тармаҡтарын да ялмап алып бара. Яңы ғына «Һомай» аҡыллы колонкаһы өсөн ҡыуанғайныҡ. Бөгөн иһә профессиональ тәржемә сервисын булдырҙыҡ. Хөкүмәт указына бер нисә үҙгәреш индерҙек. Улар тораҡ пункттарҙың, географик объекттарҙың, предприятиеларҙың, ойошмаларҙың һәм учреждениеларының атамаларын дәүләт телендә яҙыу өсөн автоматлаштырылған системаларҙы ҡулланыу мөмкинлеген бирә», — тип белдерҙе Урал Килсенбаев.
Өфө фән һәм технологиялар университетының һанлы трансформация буйынса проректоры Айнур Хәйбуллин аңлатыуынса, платформа рус теленән башҡорт теленә квалификациялы тәржемә итеү өсөн тәғәйенләнгән.
«Баштәржемә» платформаһы республиканың дәүләт органдары, ойошмалары, учреждениелары һәм предприятиеларының документтарын (бланктар, мисәттәр, алтаҡталар), шулай уҡ етештереүселәр тураһында мәғлүмәтте башҡорт теленә тәржемә итә. Проект Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы закондарын тормошҡа ашырыу маҡсатында булдырылды», — тип билдәләне Айнур Хәйбуллин.
Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы, профессор Гөлфирә Абдуллина әйтеүенсә, текстарҙы тәржемә итеүгә эксперттар – тәжрибәле башҡорт теле уҡытыусылары, филологтар йәлеп ителәсәк.
«Әлеге ваҡытта проект авторҙары ике экспертты һайлап алған да инде. Кандидаттар рус һәм башҡорт филологияһы буйынса юғары белемгә эйә булырға тейеш. Сайтҡа теркәлеп, бөтә кәрәкле документтарҙы ебәргәндән һуң, улар тест үтәй. Беҙ уларға практик эштәр бирәбеҙ. Артабан улар араһында һайлап алыу үткәрәбеҙ», — тине Гөлфирә Абдуллина.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Юсупова Башҡортостандың дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары өсөн документтарҙы бушлай тәржемә итеү мөмкинлеге хаҡында белдерҙе. Коммерция ойошмалары өсөн тәржемә түләүле нигеҙҙә башҡарыла. «Баштәржемә» порталында «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша теркәлергә мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.