08:23 (UTC+5), 23 Мая 2025

Өфөлә башҡортса китап уҡыу марафоны еңеүселәре бүләкләнде

Инсаф Хужабирганов

22 майҙа Өфө ҡалаһында башҡорт телендә китаптар уҡыу марафоны еңеүселәре тәбрикләнде. Сара ойоштороусылары — Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, «Мираҫ» йәштәр башланғыстарын күтәреү фонды. Конкурс-марафон «Башҡортса интернет-серфинг» проекты сиктәрендә Башҡортостан башлығы гранты фонды булышлығында үткәрелде.

Марафондың шарттары буйынса, ҡатнашыусылар былтырғы йылдың сентябрь айынан быйылғы йылдың мартына тиклем тәҡдим ителгән исемлектәге китаптарҙы уҡып сығырға һәм социаль селтәрҙәрҙә был хаҡта һөйләргә тейеш ине. Исемлек Башҡортостан Республикаһының З.Вәлиди исемендәге милли китапханаһы төҙөгән «Башҡорт мотлаҡ уҡылырға тейеш йөҙ китап» нигеҙендә төҙөлдө, унда замана әҙиптәренең әҫәрҙәре лә индерелде.

Апрель айында икенсе тур башланды. Унда ҡатнашыусылар исемлектәге китаптар буйынса төҙөлгән тест һорауҙарына яуап бирҙе.

15 еңеүсе ике тур һөҙөмтәләре буйынса билдәләнде. Бына улар:

Лена Фазылова

Гөлсинә Мәхийәнова

Әнүзә Мәжитова

Райхана Булатова

Динара Ғәйнетдинова

Лена Абдрахманова

Гөлсинә Ишбулатова

Рәйлә Дауытова

Алина Әлебаева

Тәнзилә Ҡунафина

Гөлфиә Ғүмәрова

Әлфиә Хәсәнова

Флүрә Сиражева

Ғәлиә Ғүмәрова

Рәғиҙә Истәкова 

Еңеүселәрҙең барыһына ла дипломдар, китап формаһындағы исемле кубоктар, башҡорт телендәге өҫтәл уйындары — «Әлләсе» һәм «Зирәк» тапшырылды. Ҡотлау тантанаһын йәш йырсы Сабина Кучаеваның музыкаль күстәнәстәре биҙәне.

«Мин исемлектә тәҡдим ителгән барлыҡ китаптарҙы ла уҡыным, исемлеккә инмәгән әҫәрҙәрҙе лә уҡып өлгөрҙөм. Бүләккә башҡорт телендә өҫтәл уйындары тапшырыуҙарына бик шат булдым, китапханала уйнарбыҙ», — ти Баймаҡ районы Билал ауылы китапханасыһы Райхана Булатова.

Ҡотлау тантанаһы тамамланғас, конкурста ҡатнашыусылар һәм уларҙы ҡотларға килеүселәр командаларға бүленеп «Әлләсе» уйынын уйнаны. Барлығы алты команда ҡатнашты был ярышта. Һөҙөмтәлә, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарының «Ирәндек» командаһы беренселекте яуланы.

1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика