04:32 (UTC+5), 22 Май 2025

Башҡортостанда йәйҙең аномаль эҫе һәм ҡоро булыуы фаразлана

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

«Яндекс Һауа торошо» сервисы метеорологтары хәбәр итеүенсә,тотош Рәсәйҙә йәйҙең ғәҙәттән тыш эҫе һәм ҡоро булыуы көтөлә. Синоптиктар фаразлауынса, илдә 2025 йылдың йәй айҙарында ғәҙәттәгенән 2-3 градусҡа эҫерәк булмаҡсы. Был миллионлы мегаполистарға, шул иҫәптән Өфөгә лә ҡағыла.

«Уҙған йыл менән сағыштырғанда, бигерәк тә Алыҫ Көнсығышта: Чукоткала, Хабаровск крайында, Магадан өлкәһендә, Камчаткала, Сахалинда һәм Якутстандың көньяҡ-көнсығышында эҫелек көтөлә. Шулай уҡ, 2024 йыл менән сағыштырғанда, Көньяҡ һәм Урта Уралда, Ямал-Ненец һәм Ненец автономиялы округтарында эҫе һауа торошо фаразлана», – тиелә прогнозда.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр йәй Башҡортостанда ямғырлы булды. Һуңғы 30 йылда 2024 йылдың июле республикабыҙҙа ямғырҙар буйынса рекорд ҡуйҙы, тип белдерҙеләр Башгидрометта. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бер айҙа 2,5 айлыҡ норма (251%) яуған. Яуым-төшөм күләме 142 миллиметр тәшкил иткән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-22/v-bashkirii-leto-budet-anomalno-zharkim-i-suhim-meteorologi-4245657

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика