Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.74
-0.02
90.2
-1.1
64.16
-0.29
14+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май , 15:44

Башҡортостанда Дүртөйлө — Груздевка юлын ремонтлау эштәре тамамланды

Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы
Фото:Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы

Дүртөйлө районында Дүртөйлө — Груздевка (Илеш районы) юлының биш саҡрымлыҡ участкаһын төҙөкләндереү тамамлана. Был хаҡта Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығынан хәбәр иттеләр. Участка Түбәнге Әлкәш һәм Исмәғил ҡасабалары араһында урынлашҡан. Эштәр былтыр йәй башланды, ул саҡта 1,8 саҡрым юл яңыртылды, быйыл 3,2 саҡрым юл һалынды.

Объектта юл ситтәрен нығытырға һәм билдәләр һыҙырға ҡалған.

Был юлдан көн һайын 2 меңгә яҡын автомобиль, шул иҫәптән рейс һәм мәктәп автобустары йөрөй.

Дәүләт һатып алыуҙары мәғлүмәттәре буйынса, был участканы яңыртыу өсөн 97,9 миллион һум бүленгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-22/v-bashkirii-zavershili-remont-dorogi-dyurtyuli-gruzdevka-4246502

Автор:Элина Әхмәтова
Читайте нас: