24 майҙа туғыҙынсы һәм ун беренсе класты тамамлаған 17,5 мең уҡыусы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Был хаҡта ҡала мэрияһында уҙған оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, 2024-2025 уҡыу йылында баш ҡалала 13 меңгә яҡын туғыҙынсы һәм дүрт мең ярымдан ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы мәктәп тамамлай.
«Көндөң тәүге яртыһында 125 мәктәптә 9-сы класты тамамлаусылар өсөн линейкалар үткәрелә. Ә 116-һында ун беренселәр өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Тантаналы саралар барышында дәүләт флагтарын күтәрәләр, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын башҡаралар. Абруйлы ҡунаҡтар араһында – депутаттар, дәүләт наградалары менән бүләкләнгән ғаиләләрҙең вәкилдәре, МХО-ла ҡатнашыусылар», — тине Азат Батыршин.
Мәктәптәге сараларҙан һуң сығарылыш уҡыусылары Ленин исемендәге майҙанда «Һуңғы мәктәп ҡыңғырауы» ҡала байрамында ҡатнаша.
Ун беренселәр өсөн байрам программаһы «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәге ҡыйығының күҙәтеү майҙансығында тамамлана. Улар өсөн блогерҙар һәм диджейҙар сығыш яһай. Сара киске сәғәт 5-тә башлана.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.