10:52 (UTC+5), 21 Мая 2025

Башҡортостанда 54 кеше хәмерҙән ағыуланып үлгән

Гөлфиә Акулова

Башҡортостанда быйыл ғинуарҙан апрелгә тиклем 54 кеше спиртлы эсемлектәр менән ағыуланып вафат булған, тип хәбәр итә Роспотребнадзорҙың республика идаралығы. Үлем күрһәткесе 100 мең кешегә 1,3 тәшкил иткән. Сағыштырыу өсөн: былтыр ошо осорҙа 59 кешенең ғүмере ҡыйылған. 

Ағыуланыу осраҡтарының күбеһе Өфөлә (147), Белоретта (30) һәм Стәрлетамаҡта (27) теркәлгән.

2025 йылдың 4 айында 997 химик этиологиялы киҫкен ағыуланыу осрағы күҙәтелгән (этанол, дарыу, наркотик һәм галлюциногендар менән ағыуланыу).

Уҙған йыл менән сағыштырғанда наркотиктан ағыуланыу осраҡтары артҡан. Дүрт ай эсендә 65 осраҡ теркәлгән, 30-ы үлем менән тамамланған.

Йыл башынан 69 кеше һөрөм газы менән ағыуланған, 50-һе яҡты донъя менән хушлашҡан.

Башҡортостанда хәмер эсеүҙе кәметеү буйынса эш беренсе йыл ғына алып барылмай. Әйтәйек, легаль булмаған алкоголь әйләнешенә ҡаршы көрәш, суррогат етештереү нөктәләрен асыҡлау һәм ябыу, шулай уҡ төрлө акциялар, шул иҫәптән «Айыҡ ауыл» конкурсы. Проект сәләмәт йәшәү рәүешен һәм алама ғәҙәттән баш тартыуҙы пропагандалауҙан тыш, социаль әһәмиәтле бурыстарҙы бойомға ашыра: ғаиләләрҙе нығыта, ауыл халҡын берләштерә, ауылдарҙы төҙөкләндерергә ярҙам итә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-21/ot-otravleniy-alkogolem-skonchalis-54-zhitelya-bashkirii-4244507

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика