Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
0
93.01
0
68.28
-0.36
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май , 11:39

Республикала Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын киңәйтеү эштәре башланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда алдағы ике йылда Өфө – Ырымбур трассаһының Стәрлетамаҡты урап үткән участкаһында (Стәрлетамаҡтан Стәрлебаш боролошона тиклем) капиталь ремонт эштәре башҡарыла. «Урал буйы» юл идаралығы етәксеһе Денис Абрамов хәбәр итеүенсә, реконструкциянан һуң ике һыҙатлы юл дүрт һыҙатлы итеп үҙгәртелә.

Төҙөлөш-монтаж эштәренә контрактты «Дортрансстрой» йәмғиәте алған.

Башинформ хәбәр иткәнсә, яһалма интеллект Булгаков ауылы эргәһендә Өршәк йылғаһы күперендә ҡайһы ваҡытта хәрәкәттең ҡатмарлашыуын иҫәпләгән.  

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-20/v-bashkirii-do-chetyryoh-polos-rasshiryat-uchastok-trassy-ufa-orenburg-4242087

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: