Башҡортостанда башҡорт телен өйрәнгән уҡыусыларҙың артыуы күҙәтелә. Был хаҡта республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, быйылғы уҡыу йылында 409 меңдән ашыу уҡыусы башҡорт телен республиканың дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Башҡорт теле уҡытыусыларының беренсе Бөтә Рәсәй съезы ойошторолған 2019 йыл менән сағыштырғанда, башҡорт телен өйрәнергә теләк белдергән балалар 67% алып 79% тиклем артҡан.
«Шулай уҡ беҙ полилингваль гимназиялар селтәрен булдырыуҙы дауам итәбеҙ, әле улар 9. Быйыл тағы ла өс мәктәп асырға йыйынабыҙ», — тип өҫтәне министр.
Илдар Мәүлитбирҙин һүҙҙәренсә, Өфөлә башҡорт теле уҡытыусыларының икенсе Бөтә Рәсәй съезы сараларында йәмғеһе 750-нән ашыу кеше ҡатнашҡан, уларҙың 550-гә яҡыны республика ҡалаларынан һәм райондарынан, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән делегат булып килгән.
Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың башҡорт телен өйрәнеүҙәге ҡаҙаныштарын баһаланы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.