10:27 (UTC+5), 19 Май 2025

Радий Хәбиров ветерандар госпитале коллективын наградаға тәҡдим итергә ҡушты

Гөлфиә Акулова

Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика һуғыш ветерандары госпитале коллективын наградаға тәҡдим итергә ҡушты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, медицина учреждениеһы Рәсәйҙә медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса иң яҡшыһы тип танылды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

Госпиталдә башлыса республиканың оло быуын вәкилдәре, ә 2022 йылдан МХО-ла ҡатнашыусылар дауалана. МХО башланғандан алып медицина учреждениеһында йәмғеһе 5 меңдән ашыу яугир һаулығын нығытҡан. Бында улар юғары технологиялы, комплекслы медицина, шулай уҡ психологик реабилитация үтергә мөмкин.

«Афарин, тибеҙ уларға! Коллективты наградаға тәҡдим итеүегеҙҙе һорайым», – тигән йөкләмә бирҙе республика етәксеһе һаулыҡ һаҡлау министрлығына.

Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә уҙған конференцияла хәрби медицинаның заманса алымдары тураһында фекер алышыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-19/glava-bashkirii-poruchil-predstavit-k-nagrade-kollektiv-gospitalya-veteranov-4241150

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика