

Был аҙнала Өфөлә республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын асыу планлаштырыла, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, дөйөм майҙаны яҡынса 32 мең квадрат метрлыҡ туғыҙ ҡатлы бина 2019 йылдың июлендә төҙөлә башлағайны. Бында диагностика кабинеттары менән ҡабул итеү бүлеге, поликлиника, реанимация менән 10 операция блогы, рентгенохирургия һәм кардиохирургия бүлексәләре, стерилизация комплексы, административ блок һәм дарыухана-бүлеү пункты урынлашҡан.
Объекттың хаҡы 10,7 миллиард һум тәшкил иткән, аҡса Башҡортостан бюджетынан бүленгән.
«Был минең өсөн иң ҙур һәм әһәмиәтле объект булып тора. Республикала йәшәүселәр, бер ҡайҙа ла китмәйенсә, ошонда кардиоярҙам алырға тейеш», — тип билдәләне республика етәксеһе.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.