Башҡортостанда йәш ғалимдарға ярҙам күрһәтеү өсөн 2022 йылдан алып республика бюджетынан 200 миллион һум йүнәлтелә. Был аҡсаға 133 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан һәм 500-ҙән ашыуы Рәсәйҙең, шулай уҡ сит илдәрҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарында ғилми стажировка үткән.
Бөгөн Радий Хәбиров Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә йәш ғалимдар менән ойошторолған осрашыуҙа ошо турала һөйләне.
Ике йылға бер тапҡыр республикала фән һәм техника өлкәһендә өс республика дәүләт йәштәр премияһы тапшырыла. Уларҙың күләме – 500 мең һум. Быйыл Башҡортостан Башлығы тәбиғи, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә «Йылдың йәш ғалимы» премияһын булдырҙы. Был республикала фәнгә һәм йәш ғалимдарға ярҙам итеү өсөн йәнә бер бер мөһим аҙым.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.