

Кисә «Айыҡ ауыл» конкурсында Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы командаһы әүҙемлеге, дәрт-дарманы, хатта берҙәм форма кейеүе менән айырылып торҙо. Абруйлы конкурста Әбйәлил данын ете егет яҡланы.
«Иң тәүҙән алдыбыҙға беренсе урын алырға тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Ауыл халҡы менән бергә йыйылыш үткәреп, инициатив төркөм төҙөнөк. Унда 7 егет йыйылды. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, бөгөн беҙ – еңеүсе. Бөтәһе ике автобус булып килдек Өфөгә. Шулай уҡ «Илекле ҡыр» фольклор ансамбле һәм ауыл ҡатын-ҡыҙары советы әүҙем ярҙам итте, – тине Вадим Абдуллин. – «Айыҡ ауыл» конкурсы ауылыбыҙға яңы һулыш бирҙе. Эскелеккә ҡаршы саралар, спорт ярыштары әүҙемерәк үтә башланы, шул уҡ ваҡытта МХО-ла хеҙмәт иткән ауылдаштарыбыҙға ярҙам итергә лә өлгөрҙөк. Киләсәктә лә был йүнәлештә эште туҡтатмаясаҡбыҙ, сөнки, йәшерен-батырыны юҡ, «йәшел йылан» тиҙ арала кире ҡалҡып сығырға мөмкин».
Ҡаҙмашта 500 самаһы кеше йәшәй. Ауыл уңған, эшһөйәр һәм татыу халҡы менән матур. Бында йәш ғаиләләр төҙөлә, матур төҙөк йорттар ҡалҡып сыға. Ҡаҙмаштар бөгөн дәррәү МХО-ға ярҙам итә, оҫта ир-уҙамандар алғы һыҙыҡҡа дүрт мунса, тиҫтәләгән гуманитар ылау ебәргән. Ә ундан ашыу егет үҙ теләге менән тыуған илен һаҡларға киткән.
«Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы – был еңеүгә лайыҡ. Ауылда конкурс барышында ойошторолған инициатив төркөмдәге ете егет әүҙем эшләй. Улар артынан бөтә халыҡ эйәрә. Егеттәр үҙ алдына ҙур маҡсат ҡуйҙы – конкурста еңгән аҡсаға экскаватор һатып алырға ниәт итте. Һис шикһеҙ, был бик дөрөҫ буласаҡ, ауыл ерендә техникаһыҙ булмай. Әйтергә кәрәк, Урал аръяғының бөтә ауылдары ла «Айыҡ ауыл» конкурсында әүҙем ҡатнаша. Минең уйлауымса, был уларҙың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуына, республикалағы мәсьәләләргә битараф булмауына бәйле», – тип белдерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин.
Ҡаҙмаш ауылы егеттәрен РФ Дәүләт Думаһы депутаты һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова бүләкләне.
«Айыҡ ауыл» конкурсына алтынсы тапҡыр йомғаҡ яһайбыҙ. Һәр тапҡыр райондарҙағы таланттарға, халыҡтың тырыш хеҙмәтенә һоҡланабыҙ. Ни тиһәң дә, был проектта ҡатнашҡан һәр ауыл бөтә көсөн һала. Һәр ҡатнашыусыға индергән өлөшө өсөн ысын күңелдән рәхмәтлебеҙ. Ни тиһәң дә, ниндәй генә социаль проект булмаһын, унда тыуған иленең киләсәген, именлеген хәстәрләгән кешеләр ҡатнаша», — тине Эльвира Айытҡолова.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.