10:05 (UTC+5), 16 Май 2025

2025 йылда Өфөлә математика лицейы төҙөлә башлай

Азат Ғиззәтуллин

Быйыл Өфөлә математика лицейын төҙөй башлау планлаштырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә барған йәш ғалимдар менән осрашыуҙа ошо турала белдерҙе. Лицей йыл ярымда төҙөлөп бөтөргә тейеш.

Башинформ хәбәр иткәнсә, математика лицейы 360 уҡыусыға һәм 250 йоҡо урынына иҫәпләнгән. Объекттың дөйөм майҙаны – 22,3 мең квадрат метрҙан ашыуыраҡ. Белем биреү учреждениеһы «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса төҙөлә. Белем усағының биләмәһе «Өфө Экспо» күргәҙмә комплексы һәм Өлфәт Мостафин исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге араһында урынлашҡан.

Белем биреү объекты ике ҡаттан алты ҡатҡа тиклемге дүрт блоктан тора. Унда спорт зонаһы, ашхана, конференциялар залы, китапхана, уҡытыусылар бүлмәһе һәм административ биналар була. Шулай уҡ проектҡа биш ҡатлы уҡыу корпусы, уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн торлаҡ блогы инә.

Математика лицейы төҙөлөшө хаҡы 2,8 миллиард һумға баһалана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-16/v-ufe-stroitelstvo-matematicheskogo-litseya-nachnetsya-v-2025-godu-4237818

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика